+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Август 2019, 14:38

Башҡортостанда юл билдәләре алмаштырыла

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” Милли проектына буйынса, республикала 150 урында юл ремонтлана.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” Милли проектына буйынса, республикала 150 урында юл ремонтлана. Фото һәм видео теркәү ҡоролмаларының һаны арта. Шулай уҡ бер нисә үлсәү пункты асыу, бер мең кубик метр яңы асфальт түшәү, бордюрҙарҙы алмаштырыу, йәйәүлеләр үткәүелен төҙөкләндереү һәм юл хәрәкәте билдәләрен алмаштырыу күҙаллана.
Проектҡа ярашлы, 600-ҙән ашыу юл билдәһе ҡуйыла. “Милли проекттарҙың маҡсаты - халыҡ тормошон яҡшыртыу. Бөтә быуын кешеләре өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу бурысы ҡуйылған”, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин.#милли_проекттар#нацпроекты
Читайте нас: