Икеләтә килгән түләү. Өфөнөң Блюхер урамында урынлашҡан күп ҡатлы йортта йәшәүселәр коммуналь түләүҙәр өсөн ике идарасы ойошма менән иҫәпләшергә мәжбүр. Яҡтар араһындағы проблема торлаҡ файҙаланыуға тапшырылғас та башлана. Милекселәр ширҡәте булдырылыуға ҡарамаҫтан, төҙөүсе ойошманан ҡалған «Комфорт» компанияһы квитанция ебәреүҙән туҡтамай. Аңлашыуынмансалыҡ суд менән тамамлана. Ләкин был да килеп тыуған мәсьәләне хәл итмәй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Тәүҙә Иван Таланов элиталы йортта уңышлы фатир алыуына ҡыуанып бөтә алмай. Эргәлә генә Ағиҙел йылғаһы, ҡуйы урман, ял итеү өсөн яҡында ғына парк та урынлашҡан. Бер-бер артлы ике идарасы ойошманан уға квитанциялар килә башлағас, ҡыуаныс бөтөнләй һүрелә. Өҫтәүенә, «Комфорт» йәмғиәтенән ебәрелгән түләүҙәр хаҡы һис тә уңайлы булмай сыға. Бер кем йәшәмәгән бер бүлмәле фатир өсөн айлыҡ түләү туғыҙ меңдән ашыу.
Иван Таланов, күп ҡатлы йортта йәшәүсе: “Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр менән «Комфорт» идарасы компанияһы араһында низағ күптән дауам итә. Йорт файҙаланыуға тапшырылғас та аңлашыумансанлыҡ башлана. Беҙ ул «Комфорт»ты һайламаныҡ ул төҙөүсе компаниянан ҡалған”.
Ике төр квитанция ҡағыҙы күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең уртаҡ проблемаһына әйләнә. Һөҙөмтәлә улар компанияны судҡа биреп, «Белая река» исемле идаралыҡта тороп ҡала. Түләүҙәр тик бер ойошмаға ғына башҡарыла. Ләкин, тыныслыҡ йәнә оҙаҡҡа бармай. Әлеге «Комфорт» күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең үҙҙәрен судҡа бирә. Йәнәһе лә хеҙмәтләндерелгән айҙар өсөн аҡса түләмәгән.
Маргарита Пересторонина, күп ҡатлы йортта йәшәүсе: “Мин был эштең бер ниндәй судһыҙ һәм махсус тикшереүһеҙ башҡарылыуынан ҡурҡам. Йәиһә суд приставтары бер кемде лә иҫкәртмәйенсә машинаны эвакуатор менән алып китеүҙәре ихтимал. Һуңынан, һинең «Комфорт» алдында бурысың барлығы асыҡлана. Ни өсөн мин ҡасандыр иҫәпләшкән түләүҙәрҙе ҡабат түләргә тейешмен?!”
Ә «Комфорт» идарасы компанияһы хеҙмәткәрҙәре был мәсьәләгә ниндәй ҙә булһа асыҡлыҡ индереү түгел, беҙҙең ижади төркөм менән һөйләшеүҙән дә баш тартты.
Идарасы компания етәкселегенән дә аңлатма алыу мөмкин булмай сыҡты. Көн дауамындағы шылтыратыуҙар һөҙөмтә бирмәне. Ә Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетынан милекселәр ширҡәте ойошторолған икән, шул квитанция буйынса ғына иҫәпләшә тинеләр. Шулай уҡ, суд ҡарарына ярашлы «Комфорт» идарасы компанияһына ла бурыстарҙы ҡайтарыу кәрәклеген хәбәр итә. Тимәк, коммуналь түләүҙәр өсөн бер тапҡыр иҫәпләшкән халыҡ ҡабат түләргә бурыслы булып сығамы? Ваҡиғалар үҫешен артабан да күҙәтеп барасаҡбыҙ.