Урындағы ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре 56 йәшлек Анатолий Почуев менән 76 йәшлек Миңлифа Фәтҡуллинаның никахын теркәне. Өйләнешеүселәргә никах таныҡлығын, республика етәксеһенең ҡотлауын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Тантана Шаран районының Баҙғыя ауылында уҙҙы. Ҡарттар йортонда ғаиләгә айырым бүлмә бирҙеләр.