+22 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Август 2019, 19:25

Стәрлетамаҡта һәм Салауатта «Алға» транспорт картаһы ҡулланыла башланы

1 августан Стәрлетамаҡта һәм Салауатта «Алға» транспорт картаһы эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.

1 августан Стәрлетамаҡта һәм Салауатта «Алға» транспорт картаһы эшләй башланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан. Стәрлетамаҡ башлығы урынбаҫары Юрий Трот әйтеүенсә, проектҡа «Башавтотранс» ҡушылған, муниципаль троллейбус идаралығы терминалдар менән 70% тәьмин ителгән, дүрт шәхси компания менән килешеүҙәр төҙөлгән.
«Һаҡлыҡ банкы»ның Стәрлетамаҡтағы 13 офисы ла картаны тулыландырыу хеҙмәтен күрһәтә. Уға түләү терминалдарында һәм «Һаҡлыҡ банкы Онлайн» ҡушымтаһында ла аҡса һалырға була. «Автоматик түләү тоташтырырға мөмкин. Картанан аҡсаны күсерер алдынан хужаһына түләүҙең суммаһы яҙылған SMS-хәбәр килә. Кәрәк икән, 900 номерына түләүҙең кодын ебәреп, операциянан баш тартырға ярай», — тине «Һаҡлыҡ банкы»ның төбәк директоры Игорь Кузнецов.
Бынан тыш, тарнспорт картаһын «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә тулыландырырға мөмкин.
Читайте нас: