Бөгөн илдә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөлә байрам саралары үтә. “Тулҡын” скверында митинг уҙҙы, “Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Башҡортостан десантсыларына” һәйкәленә сәскә һалынды. Десантсы Альберт Ғәниев йәш егеттәрҙе хәрби әҙерлеккә өйрәткән Марат Әҙеһәмовҡа рәхмәтен белдерә.
Әлеге ваҡытта Өфө янында аэродромда Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө уңайынан ҙур тамаша үтә. Парашютсылар, кесе авиация вәкилдәре, вертолетсылар һәм ҡул һуғышы оҫталарының күрһәтмә сығыштары ҡаралған. “Десантура алышына һәр кем көнләшерлек... “ тигән театрлаштырылған тамаша күрһәтелә.