+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август 2019, 16:18

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ямғырлы һәм һалҡын ял көндәре көтә

Алдағы ял көндәрендә ямғырлы һәм һалҡын һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Алдағы ял көндәрендә ямғырлы һәм һалҡын һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн төбәктә ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көслө.
Һауа температураһы көндөҙ – 12-17 градус.
3 августа Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә – 6-11, көндөҙ – 14-19 градус.
4 августа синоптиктар йәнә урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр вәғәҙәләй. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.
Һауа температураһы төндә – 6-11 градус, аяҙытҡанда 1 градусҡа тиклем. Көндөҙ – 16-21 градус.
Читайте нас: