“Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте” 15 августҡа тиклем ошондай акция үткәрә. Ул Иркутск өлкәһендә зыян күргән балаларға ярҙам итеү маҡсатында ойошторола. Илдең төрлө мөйөштәрендә йәшәүселәр Тулун ҡалаһы уҡыусылары өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары ебәрә ала. Өфөлә гуманитар ярҙам йыйыу пункты “Башҡортостан пионерҙары” ойошмаһы бинаһында урынлашҡан. Адресы: Комсомол урамы, 21-се йорт.
“Рәсәй тимер юлдары” компанияһы тупланған әйберҙәрҙе Тулунға алып барырға ярҙам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, июнь айында көслө ямғырҙар арҡаһында Иркутск өлкәһенең алты районында ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде. 100-ҙән ашыу ауыл һәм ҡаланы һыу баҫты. 10 мең самаһы йорт һыу аҫтында ҡалды. Күптән түгел йылғалар ташып, халыҡ йәнә зыян күрҙе.