+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август 2019, 17:13

Пенсиялар артасаҡ

Эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы 1 августан ҡайтанан иҫәпләнәсәк2018 йылда эшләгән пенсионерҙар августан күберәк пенсия ала башлаясаҡ.

Эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы 1 августан ҡайтанан иҫәпләнәсәк
2018 йылда эшләгән пенсионерҙар августан күберәк пенсия ала башлаясаҡ. Пенсия фонды идаралығы хаҡлы ялда булып та эшләп йөрөгән кешеләрҙең страховка пенсиялары күләмен ваҡытында ҡайтанан иҫәпләү буйынса ҙур эште уңышлы башҡарып сыҡты. 2018 йылда эшләгән пенсионерҙарҙың Пенсия фондына күсерелгән иғәнәләре тураһындағы мәғлүмәтте эш биреүселәр хәбәр иткәндән һуң Пенсия фонды был суммаларҙы хаҡлы ялдағыларҙың шәхси иҫәбенә күсерҙе.
Аҡсаларҙы ҡайтанан иҫәпләү автомат рәүешендә башҡарыла, бер ниндәй ҙә ғариза яҙыу талап ителмәй. Август өҫтәлмәләре, оло йәштәгеләрҙең эшләү ваҡытына һәм Пенсия фондына күсерелгән иғәнәләре суммаһына ҡарап, төрлөсә буласаҡ. Райондың 2094 пенсионеры яңы күләмдәге пенсия ала башлай. Уларҙы түләүгә сығымдар тулыһынса финансланған.
Графикҡа ярашлы почта элемтәһе пенсияларҙы 3 августан 23 авгусҡа тиклем тарата. Кредит ойошмаларына иһә аҡса килешеүҙә ҡаралған ваҡытта күсереләсәк.
Читайте нас: