-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август 2019, 11:31

Радий Хәбиров: Башҡортостанда 1 сентябрҙә республиканың бөтә мәктәптәре биш көнлөккә күсә

1 сентябрҙән Башҡортостандың бөтә мәктәптәре биш көнлөк уҡытыуға күсә.

1 сентябрҙән Башҡортостандың бөтә мәктәптәре биш көнлөк уҡытыуға күсә. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн «Мәғариф сәғәте» барышында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, уҡыу планы элеккесә ҡала. Иң мөһиме, уҡытыусыларҙың эш хаҡы кәмемәй, ә элекке кимәлдә була. Радий Хәбиров министрлыҡтың иғтибарын айырыуса «тематик шәмбеләр «мәжбүри»гә әйләнмәһен өсөн» балаларҙың ике ял көнө булырға тейешлегенә, уларҙы исем өсөн мәктәп саҡырырға ярамағанлығына йүнәлтте. Республика етәксеһе фекеренсә, балаларҙың ял көндәрендә спорт менән шөғөлләнеү, музейҙарға, театрҙарға йөрөү мөмкинлеге күберәк булһын өсөн спорт секциялары һәм мәҙәниәт учреждениелары үҙҙәренең эш графигын үҙгәртергә бурыслы.
Майҙа Өфөлә уҙған өсөнсө ата-әсәләр форумында ҡатнашыусылар мәктәптәрҙә тематик шәмбеләр ойоштороу буйынса тәҡдимдәрен индерҙе. Анығыраҡ әйткәндә, ғаилә менән туристик походтар йәки экологик шәмбеләр идеялары яңғыраны. Был сараларҙа балаларҙы сүп-сарҙы айырым йыйыуға, тәбиғәт ресурстарын экономияларға өйрәтергә була. Мәҙәни шәмбелә уҡыусыларҙы театрҙарға, музейҙарға алып барырға, әҙәби ҡунаҡханалар ойошторорға, унда башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнергә мөмкин. Ата-әсәләр берләшмәһе тәҡдим иткән этно-шәмбелә мәктәп һәм мәктәптәр араһында милләт-ара һабантуйҙар, ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса оҫталыҡ дәрестәренә саҡырырға була. «Сәләмәт шәмбе»не стресҡа ҡаршы тороу, психология, сәләмәт туҡланыу һәм сәләмәт тормош алып барыу буйынса дәрестәргә бағышларға мөмкин булыр ине. Ата-әсәләр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуҙарға һәм төрлө акцияларға арналған «Патриотик шәмбе» кәрәк тип иҫәпләй.
«Уҡыусылар шәмбене көтөп алырға, уҙғандары хаҡында фекер алышырға тейеш. Был күп осраҡта уҡытыусыларҙан ғына түгел, ата-әсәләрҙең үҙҙәренән дә тора», — тип билдәләне ул саҡта Радий Хәбиров.
Уҡыу йылы дауамында 32 тематик шәмбенең һигеҙен үткәреү күҙ уңында тотола. Республика етәксеһе уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы темалар уйларға кәрәк тип иҫәпләй.
Читайте нас: