+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2019, 19:07

Һеҙҙә ҡоролоҡмо? Ярҙам булыр

Быйыл республиканың ауыл эшсәндәренә һәр шартлы баш малға 28 центнер иҫәбенән 770 мең тонна бесән, 1,6 миллион тонна сенаж һәм 1,2 миллион тонна силос әҙерләү бурысы тора.

Быйыл республиканың ауыл эшсәндәренә һәр шартлы баш малға 28 центнер иҫәбенән 770 мең тонна бесән, 1,6 миллион тонна сенаж һәм 1,2 миллион тонна силос әҙерләү бурысы тора. Республика етәксеһе Радий Хәбиров алып барған аҙналыҡ кәңәшмәлә вице-премьер вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов шул хаҡта белдерҙе.
Тармаҡ етәксеһе әйтеүенсә, күп йыллыҡ үләнде беренсегә сабыу тамамланған, икенсеһе өлгөрә. Бөгөн 142 мең гектар ерҙә бер йыллыҡ үлән сәсеүлектәрендә һәм тәбиғи болондарҙа бесән әҙерләү дауам итә. Урал алдының ялан һәм көньяҡ урман-дала төбәгендә 57 мең гектарҙағы кукуруздан силос һалыу өсөн яҡшы уңыш көтөлә. Бынан тыш, былтырҙан ҡалған шаҡтай аҙыҡ запасы ла бар.
Әле барлыҡ мал аҙығы культураларының – 86, күп йыллыҡ үләндең 97 проценты беренсегә сабылған. Һәр шартлы баш малға 15 центнер мал аҙығы әҙерләнгән.
Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, Урал аръяғы райондарында ҡоролоҡ арҡаһында мал аҙығы әҙерләү буйынса хәл киҫкен тора. Уларҙағы ауыл хужалығы предприятиеларын һәм шәхси хужалыҡтарҙы күрше һәм башҡа райондарҙан аҙыҡ менән тәьмин итеү өсөн мәсьәләһе ҡарала.
Читайте нас: