+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2019, 17:43

Иҙәк йылғаһында экологик хәл яҡшыра

Бөгөн был турала республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерелде.

Бөгөн был турала республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерелде.
26 июлдә Иҙәк йылғаһында балыҡтар һәләк булыуы тураһында мәғлүмәт таралды. Халыҡ социаль селтәрҙәрҙә видеояҙмалар менән уртаҡлашты. Белгестәр һыуға анализ яһаны. Унда кислородтың аҙ булыуы асыҡланды. Тәбиғәтте зарарлаусы сығанаҡ та табылды. “Полиэф” заводының канализация ҡоҙоҡтарынан ағып сыҡҡан һыу йылғаға ҡушылыуы асыҡланды. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов:
Иҙәк йылғаһында экологик хәл яҡшыра
Иҙәк йылғаһындағы хәл Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығы контролендә. Йылғалағы һыу норма күрһәткестәренә тура килә, тип белдерҙе Ринат Бәширов.
“Полиэф” заводы тәбиғәткә килтергән зыянды ҡапларға тейеш, тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Читайте нас: