+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2019, 18:29

Ресурстар мал аҙығын тейешле күләмдә әҙерләргә мөмкинлек бирә – Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы башлығы

Республикала булған ресурстар мал аҙығын тейешле күләмдә әҙерләргә мөмкинлек бирә.

Республикала булған ресурстар мал аҙығын тейешле күләмдә әҙерләргә мөмкинлек бирә. Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте. Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, быйыл Башҡортостан аграрийҙарына һәр шартлы баш малға 28 центнер мал аҙығы иҫәбенән 770 тонна бесән, 1,6 миллион тонна сенаж һәм 1,2 млн тонн силос әҙерләргә кәрәк.
Мал аҙығы эштәре барышы тураһында һөйләгәндә, Илшат Фәзрахманов күп йыллыҡ үләндәрҙең беренсе сабымы йыйылғанын, икенсеһе өлгөрөп килгәнен әйтте. Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле беренсе сабымдың үләндәр япмаһы уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 35-40 процентҡа аҙыраҡ булған.
Әле 142 мең гектарҙан ашыу майҙанда бер йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәрендә һәм тәбиғи сабынлыҡтарҙа мал аҙығын әҙерләү бара. Урал алды дала һәм Көньяҡ урман-дала зонаһы хужалыҡтарында 57 мең гектарҙан күберәк майҙанда силосҡа сәселгән кукуруздан һәйбәт уңыш көтөлә. Бынан тыш, былтырғы мал аҙығы ла бар.
Бөгөнгә бөтә мал аҙыҡтарының 86 проценты һәм беренсе сабым күп йыллыҡ үләндәрҙең 97 проценты сабылған. Һәр шартлы баш малға 15 центнер мал аҙығы әҙерләнгән.
Вице-премьер вазифаһын башҡарыусы билдәләүенсә, ҡайһы бер райондарҙа, тәү сиратта Урал аръяғында, һауа шарттары арҡаһында мал аҙығын әҙерләү буйынса хәл көсөргәнешле ҡала. Ауыл хужалығы предприятиеларын һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы мал аҙығы менән тәьмин итеү өсөн мал аҙығын күрше райондарҙан килтереү мәсьәләһе өйрәнелә, райондарҙа һәм уларҙан ситтә МТС көстәре менән һалам әҙерләү өсөн заявкалар төҙөлә.
Читайте нас: