+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2019, 16:12

Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

1 августа Ауыл хужалығы министрлығы бинаһының колонна залында төрлө өлкәләрҙә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә Рәсәй федерацияһы һәм Башҡортостан республикаһының юғары исемдәре бирелде.

1 августа Ауыл хужалығы министрлығы бинаһының колонна залында төрлө өлкәләрҙә эшләгән хеҙмәткәрҙәргә Рәсәй федерацияһы һәм Башҡортостан республикаһының юғары исемдәре бирелде. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең яҡташыбыҙ, Башҡортостан Журналистар союзының ағзаһы, 'БР ДУП" "Башҡортостан журналдары нәшриәте"нең "Аҡбуҙат" журналы бүлек мөхәррире - Дүртөйлө ауылы ҡыҙы Зөбәйҙә Миңнулла ҡыҙы Исламова (Дәүләтҡолова) ла бар. Яҡташыбыҙға Башҡортостан республикаһының"Атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде. Беҙ уны тағы бер тапҡыр маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ. Әле яңы ғына, июль урталарында "Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап нәшриәте" баҫып сығарған кескәйҙәр өсөн "Күнәкле болот" тип аталған китап йыйынтығы донъя күреүе менән дә ҡотлайбыҙ. Авторыбыҙға артабан да ижадында уңыштар, яңы китаптар, яулар үрҙәр, асыр ҡаҙаныштар теләйбеҙ.
Читайте нас: