+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2019, 11:34

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы яңы миҙгелгә «Ете егет» тип исемләнгән яңы реалити-шоу әҙерләй

Проектта ҡатнашыу өсөн башта кастинг ойошторолғайны, ете егет һайлап алыу этабын уңышлы үткән.

Проектта ҡатнашыу өсөн башта кастинг ойошторолғайны, ете егет һайлап алыу этабын уңышлы үткән. Һәр тапшырыу һайын улар халыҡ кәсептәрен үҙләштереп, етеҙлеккә һәм оҫталыҡҡа көс һынашасаҡ. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
«Ятып ҡалғансы – атып ҡал,» - тиҙәр. Ҡулда ян һәм уҡтар бар, сәпкә тейергә генә ҡалды. Республиканың төп телеканалында милли рух менән һуғарылған проект старт ала. Тапшырыуҙа ете егет менән таныштырыу бара, улар төрлө һөнәр эйәләре, тормошҡа ҡараштары ла айырыла. Әммә маҡсаттары бер – халыҡ кәсептәренә, боронғо шөғөлдәргә өйрәнеү. Проектта ҡатнашыу өсөн башта кастингты уңышлы үтергә кәрәк була. Артабан бәхетле исемлеккә эләгеүселәр ижади коллектив менән бергә Урал аръяғына юллана.
Гөлниса Сафина, «Ете егет» проекты мөхәррире: “Съемкалар беҙҙең хозур матур тәбиғәт ҡосағында - Баймаҡ, Бөрйән райондарында булды. Егеттәр үҙҙәрен төрлө һөнәрҙәрҙә, кәсептәрҙә һынап ҡаранылар”.
«Ете егет» проектында ҡатнашыусылар яңы белем алыуҙан тыш, үҙ-ара ярыша. Тапшырыу һайын яңы кәсепкә өйрәнеп, оҫталарҙың һынауҙарын үтә. Ҡыҫҡаһы бында ҡул көсө, оло сыҙамлыҡ талап ителә. Сығарылыштарҙың береһендә йәштәр ҡулдарына балта, бысҡы алып, солоҡ юнып ҡараясаҡ. Был ҡатмарлы эште Салауат Хафизов та уңышлы атҡарып сыға, һөнәре буйынса ул энергетик. Әбйәлил егете ауыл эшенән ҡурҡмай, тапшырыу барышында бесән сапҡандан һуң һыбай ҙа йөрөргә өйрәнә.
Салауат Хафизов, «Ете егет» проектында ҡатнашыусы: “Яңы урындар күрҙем, ҡурсаулыҡҡа барҙым, яңы шөғөлдәр өйрәндем. Шуға тулыһынса ҡәнәғәтмен был проект менән. Иң ныҡ хәтеремдә ҡалғаны - ат сабышы. Унда мин сәмләндем, ҡыуандым, күҙҙәрҙән уттар сәсрәп торғандай булды, ныҡ оҡшаны”.
Егеттәр ял минуттарында бейек тау башына күтәрелә, йылға буйлап кәмәлә йөрөй. Кискә ҡарай тапшырыуҙың алып барыусылары менән усаҡ янында йыйылып, уҙған көнгә йомғаҡ яһауҙа ҡатнаша. Тәьҫораттар сикһеҙ, проект та бит ысын ир-егеттәрҙе асыуға йүнәлтелгән. Көслө зат ниндәй булырға тейеш?! Халыҡ кәсептәре аша был һорауға яуап та табыла.
Рита Өмөтбаева «Ете егет» проекты продюсеры: “Ярыш булды, реалити-шоу, төрлө саҡтар булды, ыңғай ғына булманы, егеттәр аңланы ни тиклем ауыр булыуын эштең. Ағас менән дә эшләнең, атта ла ярыштың, бесән дә саптың – бының өсөн кәрәк ысын ир-егет холҡо, көс һәм таһыллыҡ. Ошондай маҡсат менән беҙ БСТ каналының яңы миҙгелендә яңы проект тәҡдим итәбеҙ”.
Яңы миҙгелгә тиклем күп тә ҡалманы. Тапшырыу сентябрҙә эфирға сыға башлай, әлегә ижади коллектив видео монтаж эше менән мәшғүл. Ә инде проект еңеүселәре тамашасылар ярҙамында билдәләнәсәк, тауыш биреү ойоштороу ҡаралған. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тиҙәр, шуға тапшырыу ҙа дауамлы булыр тип көтөлә.
Читайте нас: