+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2019, 22:23

Башҡортостанда иң төҙөк ауыл һәм ҡалаларға премия тапшырыла

Улар “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” төбәк конкурсында еңгән.

Улар “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” төбәк конкурсында еңгән. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ауыл һәм ҡалаларға 10 миллион һум бүлергә ҡарар итте. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған. Ҡалалар араһында Октябрьский беренсе урында. Ул ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу тәжрибәһе өсөн 2 миллион һум ала. Ауылдарҙан Әбйәлил районы Йәнгел ауылы еңеүсе. Был ауылға 1 миллион 200 мең һум тапшырыла. Ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Ҡадиров әйтеүенсә, паркта универсаль спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән. Әле хоккей ҡумтаһы янында ҡышын сисенеп кейенеү өсөн йылы бина төҙөлә.
Лауреаттар араһында Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары, шулай уҡ Дүртөйлө районы Әсән һәм Хәйбулланан Әбеш ауылдары. Еңеүселәр “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” федераль конкурсында ла ҡатнаша.
Читайте нас: