2019 йылдың 20 октябрендә республикабыҙҙа һәм унан ситтә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған саралар уҙғарыла.
Ошо мөһим дата уңайынан Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе Мостай Кәрим сусағына күтәрелеү өсөн Кавказға сираттағы экспедиция ойоштора. Түбәнең бейеклеге — 3700 метр.
Төркөм составына тәжрибәле альпинист, экспедиция етәксеһе Александр Лынник, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе, туризм буйынса спорт мастеры Олег Лукьянов, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе медиа-төркөмө етәксеһе, «Минең планетам – Башҡортостан» программаһы авторы Рөстәм Сиражетдинов, 1-се «Урал Барыҫы» Олег Чегодаев инде. Проекттың координаторы һәм инициаторы — яҙыусы Камил Йыһаншин.
«Мостафа Сафа улы бер нисә тапҡыр Кавказда булған, ошо ерҙе, тауҙарҙы һәм ҡунаҡсыл халыҡты яратҡан. Уны халыҡ шағирҙары Ҡайсын Кулиев, Рәсүл Ғамзатов, Әлим Кешоков менән дуҫлыҡ ептәре бәйләгән», — тип билдәләне Камил Йыһаншин.
График тап шағирҙың тыуған көнөндә иң юғары нөктәгә менеп етеү өсөн төҙөлгән. Унан спутник элемтә каналы буйынса тура репортаж ойоштороу күҙаллана.
Ошо еңел булмаған күтәрелеүҙә, йыл миҙгелен иҫәпкә алып, Ҡабарҙа-Балҡар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Эльбрус эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары: Таһир Татчаев (Рәсәйҙең атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы), Әхмәт Мишаев (халыҡ-ара класлы ҡотҡарыусы), Азнаур Аккаев (халыҡ-ара класлы ҡотҡарыусы, Эверест, Лхоцзе, Макалу тауҙарына артылған) техник ярҙам күрһәтә.