+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2019, 21:59

Радий Хәбиров иң һөҙөмтәле төбәк башлыҡтары исемлегендә

Рейтингты Иҡтисади һәм сәйәси коммуникациялар агентлығы белгестәре төҙөгән. Республика етәксеһе июнь айында губернаторҙар исемлегендә 26-сы баҫҡысты биләне

Рейтингты Иҡтисади һәм сәйәси коммуникациялар агентлығы белгестәре төҙөгән. Республика етәксеһе июнь айында губернаторҙар исемлегендә 26-сы баҫҡысты биләне. Ул бер ай эсендә 19-сы урынға күтәрелгән һәм көслө йоғонто яһаған төбәк башлыҡтары төркөмөнә эләккән. Радий Хәбировтың яҡшы һөҙөмтәһенә Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев менән осрашыу барышында, Ишембай махсус иҡтисади биләмәһен ойоштороу тураһында ҡарар йоғонто яһаған.
Мәскәү мэры Сергей Собянин рейтинг лидеры. Икенсе урында Чечен республикаһы башлығы Рамзан Ҡадыров, өсөнсөлә – Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов. Ямал-Ненец автономиялы округы етәксеһе Дмитрий Артюхов исемлектә иң һуңғы баҫҡыста.
Читайте нас: