-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2019, 14:41

Республикала ипотека 8-процент үҫеш күрһәткән

Июль айында Башҡортостанда ипотека буйынса һандар июнь менән сағыштырғанда аҙ ғына артҡан, тип белдерҙеләр Росреестрҙың төбәк идаралығында.

Июль айында Башҡортостанда ипотека буйынса һандар июнь менән сағыштырғанда аҙ ғына артҡан, тип белдерҙеләр Росреестрҙың төбәк идаралығында.
Бынан алдағы айҙа Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрының күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ реестрында Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан күсемһеҙ милек объекттарына ҡарата ипотека тураһында 7175 яҙма теркәлгән (быйыл июндә 6666 яҙма индерелгән). Шулай итеп, үҫеш 8 процент тәшкил иткән.
2018 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ипотека буйынса теркәүҙәр һаны 22 процентҡа кәмегән (2018 йылдың июлендә – 9237 яҙма).
Быйыл өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу килешеүҙәрен дәүләт теркәүенә мөрәжәғәттәрҙең иң күбе июнгә тура килгән. Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында июндә өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу тураһында 2439 килешеү теркәлгән. Был уҙған йылдың июне менән сағыштырғанда 56 процентҡа күберәк (1559 килешеү) һәм ағымдағы йылдың июль күрһәткестәренән ике тапҡырға артығыраҡ (1256 килешеү).
Әгәр үткән йылдың июль һандарын ағымдағы йылдың ошо уҡ осоро һандары менән сағыштырғанда, быйыл өлөшләтә төҙөлөштөң кәмеүе 31 процент тәшкил иткән (былтыр июлдә 1815 килешеү теркәлгән).
Читайте нас: