Башҡортостандың Ауырғазы районы Талбазы ауылы күлендә һыу инеүҙе һәм йорт ҡоштарын һыу ятҡылығына сығарыуҙы тыйған иғландар эленгән. 6 августа бында балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы теркәлгән. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында мәғлүмәтте раҫланылар.
«Профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар менән үҙ-ара эш итеү ойошторолған. Башҡортостан Республикаһы Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы белгестәре һыу өлгөләрен алыу һәм хәлде асыҡлау өсөн күсмә лаборатория ебәргән, Ауырғазы районының ветеринар станцияһы белгестәре үле балыҡтарҙан анализдар алған», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәл буйынса комиссия ултырышын һәм граждандар сходын үткәргәндәр, халыҡҡа килеп тыуған хәл тураһында һөйләгәндәр. Балыҡтарҙың һәләк булыуы сәбәптәре асыҡлана.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Иҙәк йылғаһында балыҡтарҙың ҡырылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Сәбәбе — «Полиэф» заводынан зарарлы матдәләрҙең эләгеүе.