+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2019, 18:28

Ялған араҡы һатып... аҡса "һуҡҡан"

Ульяновск өлкәһенән 42 йәшлек ир маркировкаһыҙ ялған араҡы һатыуҙа ғәйепләнә.

Ульяновск өлкәһенән 42 йәшлек ир маркировкаһыҙ ялған араҡы һатыуҙа ғәйепләнә.
2018 йылдың авгусында уның Freighliner CL 1200G4S йөк машинаһын Туймазы ҡалаһынан йыраҡ булмаған ерҙә тикшереү өсөн туҡтаталар. Ялған "эшҡыуар" үҙ машинаһында 25 мең литрҙан ашыу контрафакт араҡыны Башҡортостанда һатыу өсөн алып килгән булған.
"Уңған" егет ялған эсемлекте 50 мең бутылкаларға ҡойоп, бер ҡайҙа ла теркәлмәгән араҡы маркаларының этикеткаһын йәбештергән була. Яуыз ниәтле һатыусы документтарҙа эсемлектәрҙе көнбағыш майы тип күрһәтергә лә тартынмай. Аҙаҡ водителдең енәйәт төркөмө ағзаһы булыуы асыҡланған. Был төркөмдөң оҙаҡ ваҡыт контрафакт араҡы, башҡа иҫерткес эсемлектәр етештереү һәм уны һатыу менән шөғөлләнгәне билдәле булған. Әҙер продукцияны Октябрьский ҡалаһында етештергәндәр һәм һаҡлағандар.
Экспертиза күрһәтеүенсә, тикшереүгә алынған ялған араҡының составында ҡулланыуға яраҡһыҙ матдәләр табылған. Водитель тикшереү барышында үҙ ғәйебен таныған, әле закон алдында яуап бирергә әҙерләнә. Енәйәтсе төркөмдөң башҡа ағзалары ла хөкөмгә тарттырыласаҡ.
Читайте нас: