+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2019, 13:31

Йыл аҙағына тиклем республикала барлыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттары интернет селтәренә тоташтырыла

Был хаҡта Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә Башҡортостандың мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһы эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин белдерҙе.

Был хаҡта Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә Башҡортостандың мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһы эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин белдерҙе. “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә өс йыл эсендә йәмғеһе ике меңдән ашыу ауыл һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы сымлы һәм сымһыҙ технологияларға тоташтырыла.
2021 йылға тиклем өс мең самаһы социаль объект – ФАП-тар, мәктәптәр, урындағы үҙидара органдары – донъя селтәренә ҡушыла. “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли программаһы сиктәрендә республикала биш төбәк проекты тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: