-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2019, 18:33

Заманса мәктәп – заман талабы

“Мәғариф” милли проектына ярашлы, Рәсәй мәктәптәренә уҡытыуҙың өр-яңы алымдары һәм программалары индерелә башланы, ул эҙмә-эҙлекле дауам итә.

“Мәғариф” милли проектына ярашлы, Рәсәй мәктәптәренә уҡытыуҙың өр-яңы алымдары һәм программалары индерелә башланы, ул эҙмә-эҙлекле дауам итә. Ә инде күптәребеҙ күнеккән элекке эш алымы үткәндәрҙә тороп ҡаласаҡ.
Мәҫәлән, 2021 йылда тулыһынса мәктәптәрҙәге өсөнсө смена бөтөрөләсәк. Әйткәндәй, республикабыҙҙа был тәңгәлдә эштәр маҡсатлы алып барыла. Бынан тыш 2024 йылдың аҙағына, дөйөм алғанда, белем усаҡтарында 230 мең яңы урындар барлыҡҡа киләсәк. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙең асылыуы тураһында һөйләп тораһы ла түгел. Ата-әсәләрҙең һәм йәмәғәт ойошмаларының мәғариф системаһының айырылғыһыҙ өлөшө булыуы айырым иғтибарға лайыҡ.
Читайте нас: