+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2019, 13:26

Радий Хәбиров: «Туризм – иҡтисадыбыҙҙың мөһим өлкәһе»

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикалағы туризмды иҡтисадтың мөһим өлкәһе тип атаны һәм ошо өлкә менән даими шөғөлләнәсәген белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикалағы туризмды иҡтисадтың мөһим өлкәһе тип атаны һәм ошо өлкә менән даими шөғөлләнәсәген белдерҙе. Республика етәксеһе профилле министрлыҡтар, ведомстволар башлыҡтары һәм туриндустрия вәкилдәре менән кәңәшмәне ошо мәсьәләгә арнаны.
«Беҙ уникаль туристик потенциалға эйә, ләкин ҡалғаны, инфраструктуранан, мәғлүмәт еткереүҙән башлап, уға тап килмәй. Беҙҙә ысынлап та якорь нөктәләре бар, ләкин уларҙы үҫтереү өсөн ваҡыт кәрәк булыр, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Бер үк ваҡытта беҙгә булғанды йөкмәтке яғынан байытыу зарур. Минеңсә, был аҙағынаса эшләнеп еткерелмәгән әле. Ошо йәһәттән фекеребеҙ уртаҡ: беҙҙәге кеүек юғары потенциалды файҙаланмау гонаһ булыр».
Башҡортостанда Туризмды үҫтереү концепцияһы сиктәрендә уникаль туробъекттар булдырыу, ҙур ваҡиғалар ойоштороу, эшлекле туризм буйынса системалы эште яйға һалыу, инфраструктура булдырыу, комплекслы турмаршруттар әҙерләү һәм туристик продукттарҙы тышҡы баҙарға сығарыу күҙаллана.
Дөйөм милли туристик рейтингта Башҡортостан тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде. Республика шулай уҡ туристар ағымы күләме, туризм өлкәһендә халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күләме, ҡунаҡханалар, шифаханалар һәм башҡа урынлаштырыу саралары һаны буйынса илдә һәм Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙы биләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда төбәктә Terra Bashkiria туристик бренды барлыҡҡа килде, аҙаҡ ул һуңғы ун йылда Рәсәйҙең иң яҡшы брендинг проекттарының береһе тип танылды.
Читайте нас: