+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2019, 13:53

Төбәктә көндәрҙең бик аҙға ғына йылыныуы көтөлә

Башҡортостанда көндәрҙең бик аҙға ғына йылыныуы көтөлә.

Башҡортостанда көндәрҙең бик аҙға ғына йылыныуы көтөлә. Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, 8 августа урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ваҡыты менән елдең көсәйеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә +4,+9, көндөҙ +17,+22 градус була.
9 августа болотло көн фаразлана, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе мөмкин. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә – +5,+10, көндөҙ +19,+24 градус.
Шәмбе, 10 августа, тағы ла нығыраҡ йылыта. Синоптиктар фаразы буйынса, һауа температураһы төндә – 17, көндөҙ градусҡаса күтәрелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алдан фаразлау буйынса, йылы көндәр оҙаҡ дауам итмәй. Йәкшәмбе, 11 августа, һауа температураһы йәнә түбәнәйә башлай. Көндөҙ –19, төндә 9 градус булыуы көтөлә.
Яңы аҙна башында көндөҙгө һауа температураһы 14-15 градус була. Яуым-төшөм ихтималлығы һаҡлана.
Читайте нас: