+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2019, 21:59

Башҡортостанда алты райондың эсәр һыу менән етерлек тәьмин ителмәгәне асыҡланған

Экологтар Башҡортостанда алты райондың эсәр һыу менән етерлек тәьмин ителмәгәнен асыҡлаған.

Экологтар Башҡортостанда алты райондың эсәр һыу менән етерлек тәьмин ителмәгәнен асыҡлаған. Улар иҫәбенә Ауырғазы, Благовар, Дәүләкән, Саҡмағош, Туймазы, Краснокама райондары ингән.
Башҡортостан Экология министрлығының тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхит торошо тураһында докладында ошо хаҡта әйтелә.
Өфө һәм Бүздәк райондары эсәр һыу менән тулыһынса, ә Шишмә һәм Стәрлетамаҡ өлөшләтә тәьмин ителгән тип иҫәпләнә.
Эсәр һыуға ҡытлыҡтың сәбәбе — тәбиғәт шарттары, юғары минераллы һәм ҡаты һыу.
Докладты әҙерләүселәр Башҡортостанда эсәр һыуҙың тикшерелгән запастарының күпселек өлөшө Кама-Вятка һәм Урал алды бассейны йылғалары үҙәндәрендә булыуын билдәләй.
Башҡортостанда бер кешегә эсергә һәм хужалыҡ кәрәк-ярағына тәүлегенә 101 литр һыу тура килә.
Һыу запасының 16 проценты юғары минераллы булыуы сәбәпле эшкәртеү талап итә. Ер аҫты һыуҙары ла азотлы берләшмәләр, сульфаттар, хлоридтар һәм нефть продукттары менән бысрана.
Читайте нас: