+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2019, 11:16

Өфөлә Чернобыль һәм башҡа радиация һәләкәттәрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан геройҙарға һәйкәл асыла

Өфөлә Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Чернобыль һәм башҡа радиация һәләкәттәрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан геройҙарға һәйкәл асыла.

Өфөлә Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Чернобыль һәм башҡа радиация һәләкәттәрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан геройҙарға һәйкәл асыла.
Шул уҡ көндә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем «Торатау» конгресс-холында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Чернобыль атом электр станцияһындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам, шулай уҡ чернобылселәр йәмәғәт ойошмаларының республиканың дәүләт власы органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүе тураһында түңәрәк өҫтәл уҙғара.
Волга буйы федераль округы, Башҡортостан йәмәғәт ойошмаларының осрашыуы, шулай уҡ «Рәсәйҙең «Чернобыль» союзы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт берекмәләре союзы президенты менән осрашыу ҡаралған.
Һәйкәлде асыу тантанаһы көндөҙгө сәғәт 2-гә билдәләнгән.
Читайте нас: