-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2019, 12:26

Өфөлә инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләгә соҡорло урындан ер биргәндәр

Ер урынына ҙур соҡор. Өфө районының Таптыҡ ауылында йәшәүсе Исламовтар ғаиләһенә инвалид бала тәрбиәләүсе булараҡ ер участкаһы бирелә.

Ер урынына ҙур соҡор. Өфө районының Таптыҡ ауылында йәшәүсе Исламовтар ғаиләһенә инвалид бала тәрбиәләүсе булараҡ ер участкаһы бирелә. Ләкин яңы урында төҙөлөш эштәрен башлау мөмкин түгел. Сәбәптәрен БСТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова асыҡланы.
Сафия Олеся һәм Владислав Исламовтарҙың көтөп алыған балаһы. Ләкин ҡыҙ бала йөрәк ауырыуы менән донъяға килә. Законға ярашлы ишле һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаилә ер алыу хоҡуғына эйә. Исламовтар сиратҡа баҫҡандан алып вәғәҙә ителгәнде 3 йыл көтә. Ниһәйәт, былтыр уларға Өфө районы хакимиәтенән ыңғай яуап килә, Глумилино ауылында бушлай ер бүленгән.
Тәғәйенләнгән участок күркәм урында, һыу һәм газ үткәрелгән, тип ҡыуана йәш ғаилә. Ләкин асыҡланыуынса, был биләмә үҙе бер ҙур соҡор. Яҙлы-көҙлө яуған ямғырҙар ваҡытында, ҡар ирегәндән һуң бында һыу йыйылыуы ихтимал. 15 сутый ерҙе тигеҙләр өсөн миллионлаған аҡса талап ителә, ти ер хужаһы.
Владислав Исламов: “Яҙын бында һаҙлыҡ барлыҡҡа килә, сөнки уйһыулыҡта һыу йыйыла һәм уның өҫтөндә йорт төҙөргә әҙер түгелмен. Бынан тыш, күрше өйҙәр өҫтәрәк урынлашҡанлыҡтан уларҙың бысраҡ һыуҙары ағып төшәсәк”.
Исламовтар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж түгел, ләкин ҡыҙҙары өсөн уңайлыҡтар тыуҙырырға хоҡуғы бар.
Олеся Исламова: “Бәләкәй балабыҙ өсөн яҡшы урында йорт төҙөргә теләйбеҙ, сабыйыбыҙ саф һауаға мохтаж. Бик күп операциялар кисерҙек, ауырлыҡтар аша үттек. Шуның өсөн ҡыҙыбыҙҙың киләсәге тыныс булһын тип тырышабыҙ”.
Ғаилә башлығы март айынан алып Өфө районы хакимиәте тупһаһын тапай. Ләкин яуап бер үк: мәсьәлә ҡарала. Законға ярашлы, ер участкаһын рәсмиләштереү алдынан, урындағы үҙидара органдары мотлаҡ рәүештә гражданиндан һәм уның ғаиләһенән ризалыҡ алырға бурыслы.
Ер участкаһында төҙөлөш эштәре башҡарылыу тыйылһа ғына, уны алмаштырыу мөмкин. Килешеү төҙөлгән, ер биләмәһе шәхси ҡулланыуға тапшырылған, тип яуап бирҙе хакимиәт вәкиле.
Мария Сафина, Өфө районы Хакимиәте хоҡуҡи тәьминәт идаралығының ер мөнәсәбәттәре бүлеге етәксеһе: “Архитектура идаралығы менән берлектә тикшереү үткәрҙек. Ысынлап та, Глумилино ауылының рельефы ябай түгел, тип билдәләнде. Шулай ҙа был ерҙе йорт төҙөү өсөн файҙаланырға мөмкин”.
Өфө районы хакимиәте төҙөлөш ваҡытында архитектура үҙенсәлектәренә ярашлы эшләүҙе тәҡдим итә. Әммә Исламовтар был ҡарар менән килешмәй. Ер мөнәсәбәттәре ыңғай хәл ителеп, киләсәктә үҙҙәренә тәғәйен ер участкаһында төҙөлөш эштәре башланыр тип ышана.
Читайте нас: