+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2019, 12:41

Хәйбулла районында ҡоролоҡ сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл индереләсәк

Хәйбуллала ҡоролоҡ. Башҡортостандың был төбәгендә йәй буйы ямғыр яумаған.

Хәйбуллала ҡоролоҡ. Башҡортостандың был төбәгендә йәй буйы ямғыр яумаған. Ҡоролоҡтан килгән зыян яҡынса 200 миллион һумдан ашҡан. Айырыуса ярауай культураларға зыян килгән. Баҫыуҙарға комбайн индерерлек түгел, сөнки гектар ҡеүәте бер ярым, ике центнер ғына тәшкил итә. Башҡортостандың көньяғындағы ауыл хужалығындағы хәлдәр БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһында.
Ҡаты боҙайҙың Ырымбур 21 сорты, был яҡтарҙың һауа торошона иҫәпләнеп сығарылған, ҡоролоҡҡа сыҙам булырға тейеш. Иҫәнгилдин крәҫтиән-фермер хужалығы аграрийҙары уны 320 гектарҙа сәскән. Әммә, уңыш көтөлгәнсә түгел. Яғыулыҡ-майлау материалдарына, хеҙмәткәрҙәргә түләгән эш хаҡы һәм башҡаһы юҡҡа сыҡты тигән һүҙ. Йәй буйы көндәрҙең ҡоро тороуы һөҙөмтәһендә, иген бейеклеккә лә үҫеп өлгөрмәгән.
Игенде комбайн менән урып алырлыҡ түгел,г ектарынан 1,5-2 центнер ғына ашлыҡ сыға. Фермер уны һаламға сабырға һәм баҫыуға көтөү индерергә уйлай. Иҫәнгилдин хужалығы быға тиклем районды бесән менән дә тәьмин итеп торған. Быйыл мал аҙығы ла үҫмәгән. Ойошманың 350 гектар ере етен өсөн бүленгән. Ләкин ҡоролоҡта был культура ла көтөлгән уңыш бирмәгән. Хужалыҡтан етенде Польшанан килеп алалар.
Хәйбуллала былтыр ҙа ҡоролоҡ булған. Хөкүмәттән бирелгән компенсация аҡсаһына аграрийҙар быйыл яҡшыраҡ сортлы бойҙай сәсеп ҡараған. Район буйынса 4 мең ярым гектар элиталы сортҡа бүленгән. Әммә сығымдар аҡланмаған. Бойҙайҙың ҡатыһы һәм йомшағы, һоло, арпа, район буйынса – 91 мең гектар сәсеүлектең яртыһына зыян килгән.
Ауыл хужалығы эшсәндәре 1975, 76 һәм 77 йылдарҙағы хәл ҡабатлана тип фаразлай. Эштәр былай барһа, сәсеүлек ерҙәрен һәм мал һанын ҡыҫҡартырға тура киләсәк. Шулай ҙа йүнселдәр яңы эксперименттарҙы һынап ҡарарға ниәтләй.
Районда 1 июлдән ҡоролоҡҡа бәйле ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Әлегә фермерҙар республика комиссияһын көтә. Уның һөҙөмтәһе буйынса ғәҙәттән тыш хәл раҫланһа, күргән зыянға компенсация буласаҡ һәм ауыл хужалығы эшсәндәре киләһе йылға әҙерләнә башлаясаҡ. Сөнки Башҡортостандың көнъяҡ райондарында тап иртә культуралар яҡшы уңыш биреүсән һәм тырыш халыҡ үҫемселектән баш тартырға йыйынмай.
Читайте нас: