Асыҡланыуынса ҡатын-ҡыҙҙар үҙ фатирында күңел асҡан. Байрам итеп туйғастар хужабикә йоҡларға тип күрше бүлмәгә сыға, ә эт ғәҙәттәгесә һаҡҡа баҫа. Бер мәл хужабикәнең 48 йәшлек әхирәте ниндәйҙер һорау менән бүлмәгә инергә була. Эт шунда уҡ ҡатындың битенә ташлана.
Евгений Каневский, Рәсәй тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: “Зыян күреүсе күп ҡан юғалта. 48 йәшлек ҡатындың ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе ғүмере өҙөлә. Әле был осраҡ буйынса тәфтиш эштәре алып барыла”.