+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2019, 18:40

Республикала алдағы ял көндәрендә һауа температураһы 31 градусҡаса күтәрелә

Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә һауа температураһы 31 градусҡаса күтәрелә, тип хәбәр итә республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы.

Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә һауа температураһы 31 градусҡаса күтәрелә, тип хәбәр итә республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы.
Шәмбе, 10 августа, бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен көтөлә. Һауа температураһы төндә +11,+16, көндөҙ +21,+26 градус була. Көньяҡта һауа +31 градусҡаса йылына.
Йәкшәмбе, 11 августа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Көндөҙгө сәғәттәрҙә термометр бағанаһы +25,+30 градусҡа тиклем күтәрелә.
Синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, күптән көтөлгән йылы ҡыҫҡа ваҡытлы була. Дүшәмбе, 12 августа, һауа температураһы көндөҙ — 19, төндә 11 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ошо һәм артабанғы көндәрҙә ямғыр яуа.
Читайте нас: