+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2019, 18:22

Суд ҡаршында – уҡытыусы

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө хоҡуҡ институты уҡытыусыһына хөкөм ҡарары сығарылған.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө хоҡуҡ институты уҡытыусыһына хөкөм ҡарары сығарылған. Ул биләгән вазифаһынан файҙаланып, мутлашыуҙа ғәйепләнә. Суд ирҙе шартлы рәүештә 3 йылға иркенән мәхрүм иткән. Экс-педагог 50 мең һум штраф түләргә тейеш. Шулай уҡ уға 3 йыл дауамында уҡытыусы булып эшләү тыйыла.
Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, ир үҙен юридик институттың ҡабул итеү комиссияһы ағзаһы итеп таныштырған. Бер танышының ҡыҙын уҡырға индереүҙә ярҙам күрһәтергә тәҡдим иткән. Бының өсөн 200 мең аҡса һораған. Аҡса алғанда уны хоҡуҡ һаҡсылары тотҡан. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәренең намыҫына тап төшөргәне өсөн педагог эштән бушатылған. Тикшереү һәм суд барышында ул ғәйебен тулыһынса таныған
Читайте нас: