Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, мәғлүмәт технологиялары, мәғариф, ауыл хужалығы, спорт өлкәһендә эшләгән белгестәр, шулай уҡ ошо йүнәлештәр буйынса белем алған студенттарға сит илдән күсенеп ҡайтыуҙа ярҙам күрһәтелә. Быға тиклем табиптар ғына дәүләт программаһы менән файҙалана ала ине.
Өфө халыҡ мәшғүллеге үҙәге етәксеһе урынбаҫары Ридан Әхиәмов әйтеүенсә, Рәсәйгә ҡайтҡан ватандаштарға гражданлыҡ юллау тәртибе еңеләйә, шулай уҡ күсенеүгә киткән сығымдар ҡаплана.