+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2019, 20:53

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто 25 йыллыҡ юбилейын үткәрергә әҙерләнә

Быйыл Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто асылыуға 25 йыл тула.

Быйыл Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто асылыуға 25 йыл тула. Учреждение 50-нән ашыу милли-мәҙәни ойошманы берләштерә һәм 17 тарихи-мәҙәни үҙәкте үҙ эсенә ала.
Был датаны киң билдәләү күҙаллана, саралар көҙ буйына бара. Учреждениеның 25 йыллығы уңайынан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң тарихына һәм хәҙергеһенә бағышланған альбом баҫыла. Төп тантана ноябрҙең икенсе яртыһына тәғәйенләнгән. Был турала Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов республиканың милли-мәҙәни ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе.
Ул «Милли-мәҙәни ойошмалар менән эш итеү мәсьәләләрендә Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто эшмәкәрлеген әүҙемләштереү саралары тураһында» доклад менән сығыш яһаны. Атап әйткәндә, Халыҡтар дуҫлығы йортоноң маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килгән бина кәрәклеге тураһында мәсьәләне күтәрҙе. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағында туған телдәрҙе өйрәнеү курстары, милли-мәҙәни үҙәктәр өсөн өйрәтеүсе семинарҙар асырға, республиканың этнопаркы (этноауылы) концепцияһын яҙырға тәҡдим ителде.
Яңғыраған идеялар эшлекле осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Фекер алышыуҙарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Азат Баҙранов, республика мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина ҡатнашты. Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов «Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милли сәйәсәте концепцияһы проекты хаҡында» доклад менән сығыш яһаны.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте вәкилдәренә, Мәҙәниәт министрлығына һәм Халыҡтар дуҫлығы йортона башҡарылған эш, республиканың милли-мәҙәни берләшмәләренә күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: