-1 °С
Ясна
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2019, 14:04
Еңел сәнәғәтте үҫтереүгә дәүләт ярҙамы кәрәк
Башҡортостанда тармаҡта үҙгәртеп ҡороу үткәреү өсөн йыл һайын кәмендә 600 миллион һум талап ителә.
Башҡортостанда тармаҡта үҙгәртеп ҡороу үткәреү өсөн йыл һайын кәмендә 600 миллион һум талап ителә. Был турала ошо аҙнала Хөкүмәттә “Инвестиция сәғәте”ндә әйтелде. Ултырышта ҙур ойошмалар һәм бәләкәй эшҡыуарҙар ҙа ҡатнашты.
Әле еңел сәнәғәттә 6 мең ярым кеше эшләй. Хеҙмәт хаҡы әллә ни ҙур түгел. Шуға кадрҙар дефициты ла һиҙелә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығынан тармаҡҡа ярҙам итеү сараларын әҙерләгән ҡушты.
Читайте нас: