Аҡсалар өс вариантта эшләнгән. Атап әйткәндә, серияла өс һумлыҡ көмөш тәңкә бар. Был тәңкәнең тиражы – өс мең дана. Шулай уҡ ҡиммәтле булмаған металдан 25 һумлыҡ ике тәңкә сығарыла. Улар ғәҙәти һәм махсус (төҫлө һүрәтле) варианттарҙа яһалған, ә уларҙың тиражы – 450 мең һәм 50 мең дана. Үҙәк банкта тәңкәләрҙең Рәсәй биләмәһендә законлы түләү сараһы булыуын һәм номинал буйынса барлыҡ төр түләүҙәрҙе сикләүһеҙ ҡабул итеү мәжбүрилеген иҫкәртәләр.