+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2019, 11:42

Мосолман донъяһы изге Ҡорбан ғәйетен билдәләне

Башҡортостандың барлыҡ иман йорттарында ла байрам вәғәзен тыңларға меңдәрсә кеше йыйылды.

Башҡортостандың барлыҡ иман йорттарында ла байрам вәғәзен тыңларға меңдәрсә кеше йыйылды. Өфөнөң «Ләлә» мәсетендә халыҡты Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин тәбрикләне. Байрам намаҙынан һуң халыҡ ҡорбан салыу өсөн тәғәйенләнгән урындарға йүнәлде, махсус майҙандар быйыл Зинин ауылы эргәһендә һәм Төньяҡ автовокзал янында урынлашҡан ине.
Республика ветеринар хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 11 мең тирәһе мал һуйыу ҡаралған. Өфө майҙандарында иһә халыҡ өсөн фестивалдәр ойошторолдо. Ҡорбан ғәйетенең баш ҡалала нисек үтеүе хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ҡорбан ғәйете Ураҙанан һуң етмеш көн үткәс, Зөлхизә айының 10-сы көнөндә билдәләнә. Был байрамдың тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Аллаһ ҡушыуы буйынса улы Исмәғилде ҡорбанға килтерергә йыйынған Ибраһим пәйғәмбәргә алмашҡа һарыҡ бирелә.Шул ваҡыттан бирле мосолмандар ҡорбанға мал сала. Ә ҡорбан ғәйете иң олуғ байрамдарҙың береһе тип һанала.
«Ләлә» мәсетендә иртәндән үк халыҡ күп, хатта эстә барыһына ла урын етмәй. Шуға күрә мосолмандар намаҙлыҡтарын мәсет ихатаһында уҡ йәйҙе. Мосолмандар әйтеүенсә, намаҙҙы эстә йә тышта уҡыуҙың айырмаһы юҡ, иң мөһиме уй-ниәттәр яҡты, теләктәр изге булһын.
Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин иман йортона йыйылыусыларҙы тәбрикләп, хаж ҡылыу, ҡорбан салыуҙың әһәмиәте хаҡында һөйләне. Байрам вәғәзенән һуң мосолмандар намаҙ уҡыны.
Артабан инде мосолмандар ҡорбан салыу өсөн тәғәйенләнгән махсус майҙандарға юлланды. Халыҡтың кәйефе яҡшы, йәштәр ҙә күп, ғаиләләре менән килеүселәр ҙә бар. Күптәр бөгөн ҡорбан салдырырға йыйына. Республика ветеринар хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 11 мең тирәһе мал һуйыу ҡаралған.
Өфө майҙандарында иһә Хәләл фестивале гөрләй, ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан халыҡ күп, йыйылыусылар өсөн концерт программаһы ла әҙерләнгән, ҡаҙандарҙа иһә былау бешә. Ҡорбан ғәйете айҡанлы бушлай меңдәрсә порция былау таратыла.
Ә бына «Ватан» этнопаркында үткән фестивалдә былауҙы 6 мең кешегә таратыу ҡаралған. Ҡорбан ғәйете хәҙер элекке һымаҡ мәсеттәрҙә генә үткәрелмәй, изге мосолман байрамы һәр майҙанда бөтә халыҡ ҡатнашлығында уҙа. Күләмле сара йәштәрҙе дингә йәлеп итеү йәһәтенән бик мөһим, ти фестивалгә килеүселәр.
Ғәйет мәлендә ҡорбандың бер өлөшөн туғандарың менән бергә табын ҡороп ауыҙ итеү, ә бына тағы ике өлөшөн яҡындарыңа һәм фәҡирҙәргә таратып биреү зарур. Байрам көндәрендә күрше-тирәңдең, дуҫтарыңдың хәлен-белеү, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү, яҡшы эштәр ҡылыу күркәм ғәмәл һанала.
Ҡорбан байрамы хәҙер бөтә республика халҡын туплаған оло күркәм бер сараға әйләнде. Һәр майҙанда тиерлек бушлай былау таратыла, сәхнә оҫталары тарафынан бай йөкмәткеле концерт программалары әҙерләнә. Төптән уйлап ҡарағанда был байрамдың асылы ла бит изгелек, мәрхәмәтлек ҡылыуға, яҡшылыҡ таратыуға ҡайтып ҡала.
Читайте нас: