Башҡортостандың Ғафури районы Юлыҡ ауылы янында август башынан 15 һыйыр Еҙем йылғаһына батып үлгән. Урындағы социаль селтәрҙә яҙыуҙарынса, тимер-бетон күперен төҙөкләндереүҙәре сәбәпле ағас баҫма һалынған. Эргәлә һыйырҙар йөрөгән. Август башынан оҙайлы ҡойма ямғырҙар башланған – йылғала һыу күтәрелгән һәм ағым малдарҙы ваҡытлыса күпер аҫтына ағыҙып алып киткән.
Урындағы халыҡ хәбәр итеүенсә, был хәл бер нисә көн дауам иткән.
Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Юлыҡ ауылында Еҙем йылғаһындағы ваҡытлыса күперҙе һүткән саҡта батып үлгән 15 һыйыр табылған. Үле малдар юҡ ителгән.