+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2019, 19:00

Башҡорт балы Рәсәйҙә иң тәмлеһе тип танылған

Башҡорт балы Рәсәйҙә иң тәмле бал рейтингында беренсе урынды биләй.

Башҡорт балы Рәсәйҙә иң тәмле бал рейтингында беренсе урынды биләй. Был турала Tvil.ru ял итеү өсөн торлаҡҡа алдан заказ биреү сервисы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итә.
Респонденттарҙың 28,71% башҡорт балы өсөн тауыш биргән. Ҡырым балы рейтингта икенсе урында килә, уның өсөн 19,8% тауыш йыйылған. Илдең иң тәмле балы исеменә «бронза»ны Алтайҙың татлы ризығы яулаған — 14,84%.
«Башҡорт балы» бренды Федераль таможня реестрында интеллектуаль милек объекты итеп теркәлгән. Шул рәүешле Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге 2016 йылда ялған продукцияға ҡаршы көрәш башланы.
Башҡортостан балы Ҡытайға, Финляндияға, халыҡ-ара йыһан станцияһында йәшәүселәргә оҙатыла.
Читайте нас: