-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2019, 13:35

Башҡортостанда йәшәүселәргә торлаҡҡа газ үткәреү хаҡын ҡаплайҙар

Башҡортостанда йәшәүселәргә торлаҡҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшыралар.

Башҡортостанда йәшәүселәргә торлаҡҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшыралар. Тейешле указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған, документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Сертификаттар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, һуғыш һәм хәрби хәрәкәт инвалидтарының, инвалидтарҙың һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең, шулай уҡ ишле ғаиләләрҙең өйҙәренә газ үткәреү сығымдарын өлөшләтә ҡаплау өсөн өсөн бирелә.
Указ 9 августа көсөнә инде.
Хөкүмәт алдында ярҙам күрһәтеү тәртибен әҙерләү, шулай уҡ финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы тора.
Читайте нас: