+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2019, 11:06

Был аҙнала Башҡортостанға эҫе йәй әйләнеп ҡайта

Башҡортостанда был аҙнала йонсоу көндәр күптән көтөлгән йәйге йылы менән алмашынырға тейеш.

Башҡортостанда был аҙнала йонсоу көндәр күптән көтөлгән йәйге йылы менән алмашынырға тейеш.
Һауа торошо 14 августан үҙгәрә башлай. Температура нормаға ярашлы була, тип вәғәҙәләй синоптиктар. Ләкин ямғыр яуыуы ла ихтимал.
Бөгөн республикала төндә +10,+15, көндөҙ +18,+23 градус булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр.
Кесаҙна, 15 августа ла, ямғыр яуыуы мөмкин. Төнгө сәғәттәрҙә һауа температураһы +11,+16, көндөҙ +21,+26 градус тәшкил итә.
Йома, 16 августа, көндөҙ һауа +25 градусҡаса йылына.
Алдағы ял көндәрендә болотло һауа торошо фаразлана. Һауа температураһы +27, +28 градус була. Яуым-төшөм көтөлмәй.
Читайте нас: