+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2019, 11:15

Республиканың мәктәпкәсә учреждениеларында кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә

Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанда инвестициялар күләме 13,6 процентҡа артып, 106 миллиард һум тәшкил итә.

Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанда инвестициялар күләме 13,6 процентҡа артып, 106 миллиард һум тәшкил итә. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров быға тиклем бындай үҫеш күҙәтелмәүен билдәләне. Иҡтисади социаль яҡтан ыңғай үҙгәрештәр: яңы эш урындарының артыуы көтөлә, ҡаҙна ла тулыланасаҡ.
Эшлекле осрашыуҙа мәғариф өлкәһенә бәйле мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Планға ярашлы, 2019 йылда республикала 19 балалар баҡсаһы сафҡа индерелергә тейеш була, федераль кимәлдә өҫтәмә финанстар килеүе – йыл аҙағына тиклем төҙөлөш барған тағы ике объектты файҙаланыуға тапшырыу мөмкинлеген бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта республиканың мәктәпкәсә учреждениеларында кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. 250 тәрбиәсе талап ителә.
Ихтыяжды ҡаплау маҡсатында ведомство урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Бынан тыш, төбәктә сентябргә 9 яңы белем усағы асыла. Әлегә республикала «Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса һөҙөмтәле эш бара. Спорт ҡоролмалары реконструкциялана, «Йылы бәҙрәф»тәр булдырыла. Сентябрҙә 133 ауыл мәктәбендә «Үҫеш нөктәләре» барлыҡҡа киләсәк. Уға ярашлы, тәғәйен йүнәлештәр буйынса кабинеттарҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү ҡаралған.
Айбулат Хажин, Башҡортостандың Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы: “Милли проектҡа ярашлы, яңы уҡыу йылына мәктәптәрҙә йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм технология кабинеттары яңырыу кисерә. Һанлы ҡорамалдарҙың федераль үҙәктән килеүенә бәйле бер аҙ тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килде. Шуға улар информатика кабинеттары сентябрь аҙағына тиклем йыһазландырыласаҡ”.
Оператив кәңәшмәлә «Демография» милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Бөгөн республикала беренсе, өсөнсө һәм унан һуңғы балалар өсөн ғаиләләргә айлыҡ пособиелар түләнә. Уҙған ете айҙа матди ярҙам ун меңгә яҡын ғаиләгә күрһәтелгән. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан 1099 ЭКО процедураһы үткәрелгән.
Милли проект сиктәрендә дәүләт иғтибары үҙәгенән өлкән быуын вәкилдәре лә ситтә ҡалмай. Йыл аҙағына тиклем пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакциналар һәм мохтаж булған оло быуын вәкилдәрен хеҙмәтләндереү өсөн микроавтобустар һатып алыу планлаштырыла. Пенсия алды йәшендәге мең ярым кеше яңы һөнәрҙәр буйынса уҡытыласаҡ.
Читайте нас: