+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2019, 12:45

“Сириус” моделе буйынса эшләйәсәктәр

“Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда “Сириус” мәғариф үҙәге моделе буйынса балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләтен асыҡлау һәм артабан үҫтереү үҙәге булдырыла.

“Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда “Сириус” мәғариф үҙәге моделе буйынса балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләтен асыҡлау һәм артабан үҫтереү үҙәге булдырыла.
Үҙәк республика инженер лицей-интернаты һәм бизнес-үҙәктә (“Фән” йүнәлеше буйынса), Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатта һәм Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика художество гимназия-интернатында (“Сәнғәт” йүнәлеше буйынса), шулай уҡ 5-се һанлы республика мәктәп-интернатында (“Спорт” йүнәлеше буйынса) эшләй башлар тип күҙаллана.
Дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу, һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе артабан үҫтереү, улар өсөн стажировкалар, практикалар ойоштороу өсөн үҙәк сәнәғәт предприятиелары, ғилми һәм мәғариф учреждениелары, төбәктең йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың октябрендә республика “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә ошондай үҙәк булдырыу конкурсында ҡатнашты һәм еңеп сыҡты. Һөҙөмтәлә федераль бюджеттан 211,4 млн һум күләмендә субсидия бүленде. 4,3 млн һум республика бюджетынан, тағы ла 64 млн һум бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан бүленәсәк.
Үҙәк интеллектуаль эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк һәм Башҡортостан Республикаһының визит карточкаһына әйләнәсәк.
Читайте нас: