Көтөлмәгән сират. Өфөнөң Октябрь проспектында урынлашҡан «Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре» ойошмаһының клиенттарҙы хеҙмәтләндереү үҙәгенә үтерлек түгел. Граждандар коммуналь түләүҙәргә бәйле дәғүәһен белдерергә килгән. Квитанциялағы хаҡтар ни өсөн юғары? БСТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Зөһрә Хәкимова икенсе көн «Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре 7 компанияһының клиенттарҙы хеҙмәтләндереү үҙәгенә эләгә алмай. Ойошма асылыуға ярты сәғәт алдан килеүҙән дә файҙа юҡ. Коммуналь түләүҙәр буйынса дәғүә белдерергә килгән ҡатын йәнә оҙон сиратҡа баҫа.
Зөһрә Хәкимова: “Сират күплеге оҡшамай, беҙгә урамда һыуыҡта баҫып тороуы ауыр. Халыҡ күп, эскә инһәң, ултырырға урын етмәй”.
Өфөнөң Октябрь проспектында урынлашҡан клиенттарҙы хеҙмәтләндереү үҙәгендә электрон сират. Халыҡ алты «тәҙрә» аша ҡабул ителә. Бина иркен дә бит, әммә сиратта сәғәттәр буйы торорға тура килә. Уҙған шишәмбе генә бында ете йөҙ кеше консультация алған. Бер кешене хеҙмәтләндереү ваҡыты уртаса биш минут тәшкил иткән. Сираттың ҙур булыуына бәйле өҫтәмә ике хеҙмәткәр ҙә йәлеп ителгән.
Зәйтүнә Бикмөхәмәтова: “Квитанцияла аңлашылмаусанлыҡҡа бәйле килдем, сират буйынса 205-семен, кискә тиклем торорға кәрәк буласаҡ”.
Күптәр тап шул йылылыҡ өсөн килгән квитанциялағы хаҡ менән килешмәй. Дәғүә белдереүселәр араһында ике-өс тапҡыр түләүҙәрен кәметеүгә өлгәшеүселәр ҙә бар.
Рима Ибраһимова: “Квитанциялар аңлашылмай, йәй йылылыҡ юҡ, беҙ өс тапҡыр артыҡ түләргә тейеш. 4168 һум урынына 1322 һум түләргә”.
Федераль законға ярашлы, былтыр күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән тура килешеү төҙөй башланы. «Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре» компанияһы етәкселеге билдәләүенсә, халыҡҡа ҡағыҙ эше мәшәҡәте тыуҙырмаҫ өсөн июлдән йылы һыу, йылылыҡ һәм электр энергияһы өсөн дөйөм квитанция килә. Шуға күп һорауҙар тап ошо мәсьәләгә бәйле. Хаҡтың артыҡ ҡуйылыу сәбәбен ҡулланыусыларҙың ваҡытында иҫәпләшмәүе менән аңлаттылар. Законға ярашлы, һәр айҙың унынсы көнөнә тиклем түләргә кәрәк.
Ирина Попова, «Теплосбыт» филиалы директоры: “Өфөнөң Октябрь проспектында клиенттарҙы хеҙмәтләндереү үҙәге рәсми рәүештә 6 августа ғына асылды, быға тиклем халыҡты техник режимда ҡабул иттек. Сират яңы өлгөләге квитанцияларҙың бер үк ваҡытта килеүенә бәйле, унда электр энергияһы өҫтәп яҙылған. Шуға мөрәжәғәт итеүселәр һаны артыуы күҙәтелә
Квитанцияла бурыстар булмаһын өсөн компания етәкселеге граждандарҙы торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙе ваҡытында түләргә саҡыра. Дәғүәләр бар икән, күп каналлы телефон аша мөрәжәғәт ҡалдырырға мөмкин. Шулай уҡ компанияның рәсми сайтында шәхси кабинетта теркәлеп, кире шылтыратыуға заказ ебәрергә була. Әйткәндәй, августан коммуналь хеҙмәттәр буйынса күрһәтмәләр һәр айҙың 25-нә тиклем ҡабул ителә.