0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2019, 18:46

Халыҡ-ара талаптарға яуап бирәсәк

Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтына федераль бюджеттан 103 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтына федераль бюджеттан 103 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Был аҡсалар институттың лаборатория корпусын төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк. Әлеге мәлдә проект-смета документтары әҙер, подрядсы ойошма асыҡланған, контрактҡа ҡул ҡуйылған. Төҙөлөш эштәре 19 августа башланасаҡ. Төҙөкләндереү өс йылға иҫәпләнгән. Объектты 2021 йылдың аҙағында тапшырыу күҙаллана.
Был төҙөкләндереүҙән һуң институтта клиникаға ҡарамаған фундаменталь ғилми һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкинлеге буласаҡ. Урал төбәгендә бындай лабораториялар башҡа юҡ. Ә эштәр тамамланғас, ул халыҡ-ара талаптарға ла яуап бирәсәк.
Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты – эре ғилми-тикшеренеү һәм клиник үҙәк булып тора, бында 300-ҙән ашыу кеше хеҙмәт итә. Уларҙың эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып хеҙмәт медицинаһының, кеше экологияһының, тирә-яҡ мөхит гигиенаһының көнүҙәк проблемалары, сәнәғәт эшселәре һәм нефть сәнәғәте үҫешкән төбәк халҡының һаулығын һаҡлау тора.
Читайте нас: