-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2019, 14:22

«Урал һауа юлдары» самолеты баҫыуға төшкән

15 августа иртән «Урал һауа юлдары» компанияһы аэробусы ашығыс рәүештә Мәскәү өлкәһендәге кукуруз баҫыуына ултырған.

15 августа иртән «Урал һауа юлдары» компанияһы аэробусы ашығыс рәүештә Мәскәү өлкәһендәге кукуруз баҫыуына ултырған. Борттағы пассажирҙарҙың береһе лә зыян күрмәгән, был хаҡта Рәсәй Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр иттеләр. Борт Мәскәү (Жуковский) – Симферополь рейсын башҡарған.
Ғәҙәттән тыш хәл урынына бөтә хеҙмәттәр: медиктар, янғын һүндереүселәр килгән. Әле пассажирҙарҙы урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә.
Авиакомпанияла ашығыс рәүештә ергә төшөүҙең сәбәбен атанылар. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ҡоштар менән бәрелешеү арҡаһында двигателдәр янып киткән.
Шулай уҡ 226 ғүмерҙе ҡотҡарған пилоттарҙың исемдәре аталды: Екатеринбургтан Дамир Йосопов һәм Георгий Мурзаев.
Читайте нас: