+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2019, 11:20

Владимир Путин: Ипотека ни хәлдә?

Рәсәй Президенты кисә ВТБ банкының идара рәйесе Андрей Костин менән осрашты.

Рәсәй Президенты кисә ВТБ банкының идара рәйесе Андрей Костин менән осрашты.
Владимир Путин банкирҙан эскроу-иҫәпте ҡулланыу (современный расчетный и одновременно обеспечительный инструмент, предоставляющий возможность защитить интересы обеих сторон при расчетах по сделке) тураһында һорашты.
Эйе, шундай система 1 июлдән ғәмәлгә инде.
Костин белдереүенсә, улар әлегә эштең ыңғай яғын ғына күрә. Банкта алты миллиард суммаға 1500 эскроу-иҫәп асылған. Уларҙың һаны йыл аҙағына 25 меңгә етәсәк, ти банк етәксеһе.
- Ә дөйөм алғанда, ипотека үҙен нисек тоя, һеҙҙеңсә? - тип һораны Президент.
- Ипотека үҙен яҡшы тоя. "Һабын ҡыуығы" күренмәй. Банктың ипотека портфелендә 1,5 триллион һум аҡса. Йылдың тәүге яртыһында тағы 130 мең тирәһе яңы кредит бирҙек, - тип яуапланы банкир.
Ипотека алырға теләүселәр ҙә күп инде. Ҡалайтһын кеше, торлаҡ кәрәк бит.
- Һеҙ гел ипотеканың хаҡын һорайһығыҙ. Июнгә беҙҙең уртаса ставка 9,9 процент. Үҙәк банк ставканы кәметә башланы, йыл аҙағына күрһәткес тағы ла түбәнәйер, моғайын, - тине Андрей Костин.
- Эйе, мин дә шуға иҫәп тотам, - тине Путин. Халыҡтың да теләгәне шул икәнен белә бит инде.
Читайте нас: