Ғафури районы Юлыҡ ауылында һигеҙ ғаиләнең 15-ләп эре малы ташҡын мәлендә иҫке пантон күпер терәүҙәренә тығынға эләгеп һәләк була. Яңы бетон күпер капиталь ремонтҡа ябылған була. Ҡаза көтөлмәгәндә килә.Күҙ терәп торған мал-тыуарынан яҙған ғаиләләргә ярты миллион һумлыҡ матди зыян килгән. Йылға ташыуы арҡаһында һәләк булған мал хужалары страховка, йә булмаһа компенсация алырмы? Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Ауыл старостаһы малдары зыян күргән ғаиләләргә иң беренсе булып ярҙамға ашыға. Ләкин техникаһыҙ бер ни ҙә эшләй алмай. Пантон күперҙең бетондары ауыр, уны ҡул көсө менән генә күсереү мөмкин дә түгел.
Туҡтауһыҙ яуған ҡойма ямғырҙар Еҙем йылғаһында һыу кимәлен метрҙан ашыу күтәрә. Ваҡытлыса күперҙең ике яры ла йырыла, күпер эйелә. Ошо кисеү аша көтөүҙн ҡайтҡан мал көслө ағымға ҡаршы тора алмай, һыу өйөрмәһенә эләгеп, тимер конструкцияларға ҡыҫылып, һәләк була.
Фәйрүзә Сәлимова, Земфира Ҡандилова,Заһира Сәфәрғоловалар яңғыҙ донъя көтә. Улар күҙ терәп торған малын һыуға һалған. Мал-тыуарҙы һуғым һәм балаларын үҫтерер өсөн күпләп аҫраған булған. Ҡаза күргән ғаиләләр малдарын страховкаламаған. Таналары ташҡында ҡырылғас, ни эшләргә лә белмәйҙәр.
Ҡауарҙы ауылы биләмәһе башлығы Райфат Әбелғужин ауылдаштарын ҡайғылы мәлдәрендә ярҙамһыҙ ҡалдырмаған. Ҡаза күреүсе ғаиләләрҙең исемлеге, мал һаны махсус белешмәгә индерелеп, район етәкселегенә тапшырылған.
Район ветеринария хеҙмәте һәм полиция ҡаза булған урынға борсоулы сигнал алыу менән килеп етә. Малдарҙы тимер ҡоршауҙан сығарып, мал зыяраты эргәһендә күмеү хәстәрлеген күрә. Район ветеринария етәксеһе киләсәктә күпләп мал зыянлауына сик ҡуйырға кәрәк, тигән ҡарашта.
Юлыҡ ауылында ғына 2100 ғүмер итә. Ерле халыҡтың бар таянғаны мал-тыуар. Юлыҡ ауылында йәшәгән һигеҙ ғаилә көҙгә һуғымһыҙ ҡалды, мал һуйып ҡул аҡса эшләй алмаясаҡ. Улар бөтәһе лә осон-осҡа ялғап ғүмер итә, тәбиғәт шарттары арҡаһында ҡапыл зыянлаған мал өсөн матди ярҙамға өмөтләнә.