2019 йылдың беренсе ярты йыллығында Башҡортостанда йәшәүселәр 37,4 миллиард һумға ипотекаға 20,5 мең фатир алған (бер килешеү – уртаса 1,8 миллион һумға). Республика ипотека кредитлауы күләме буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә инә һәм, баҙарҙың кире динамикаһына ҡарамаҫтан, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй, тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Милли банкында. Төҙөлгән килешеүҙәр һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда 15% түбәнәйгән (ил буйынса – 13%), ипотека кредиттары суммаһы 6,4% кәмегән (ил буйынса — 3,7%). Милли банкта ипотека баҙарының түбәнәйеүен ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү менән аңлаттылар.
Башҡортостан заемсыларының 1 июлгә ипотека буйынса дөйөм бурысы үткән йыл менән сағыштырғанда 25% артып, 198,3 миллиард һумға еткән. Шуның менән бергә ваҡытында түләнмәгән ипотека кредиттарының өлөшө тәүге ярты йыллыҡта 0,6% кимәлендә һаҡлана.