0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2019, 23:14

«Ашығыс ярҙам» машинаһының юлын тотҡарлаған өсөн ҡаралған яза ғәмәлгә инде

Рәсәйҙә яңы закон ғәмәлгә ашырыла башланы.

Рәсәйҙә яңы закон ғәмәлгә ашырыла башланы. Уға ярашлы, медицина хеҙмәткәрҙәренә ниндәй ҙә булһа ҡаршылыҡ күрһәтеүселәргә яза ҡәтғиләшә. Тәртип боҙоусыларға 2 йылдан алып 4 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
Шулай уҡ 6 августан ашығыс ярҙам машинаһына юл бирмәгән автоһәүәҫкәрҙәргә лә штраф күләме 10 тапҡырға артты. Әгәр ҙә был ваҡытта пациенттың һауылғы насарайһа, өҫтәмә рәүештә тағы ла 5 мең һумға тиклем штраф һалына. Хәйер, водителдәрҙең дә үҙ дәғүәләре бар. Улар медицина ярҙамы күрһәтеүсе автомобилдәргә махсус сигнал яндырыуҙарын онотмауҙы һорай.
Марсель Бикташев, ЮХХДИ идаралығының пропаганда бүлеге инспекторы: “6 августан алып “Ашығыс ярҙам” машинаһына юл бирмәү тураһындағы закон ғәмәлгә инде. Уны боҙоусыларға 3 меңдән алып 6 меңгә тиклем административ штраф һалына, йәки алты айға тиклем транспорт йөрөтөү хоҡуғы алына”.
Читайте нас: