+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2019, 23:41

Inur псевдонимлы Миәкә егете Рәсәй сәхнәһен яулай

Миәкә районы йырсыһы Рәсәй сәхнәһен яуланы. Ярты илде үҙенә ҡаратҡан Айнур Ғәзизуллин танылыу алырына әле лә ышанмай.

Миәкә районы йырсыһы Рәсәй сәхнәһен яуланы. Ярты илде үҙенә ҡаратҡан Айнур Ғәзизуллин танылыу алырына әле лә ышанмай. Йәш йырсы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.
Уның йырҙары йәштәр араһында киң танылыу алған. Тик авторы сәхнә йондоҙо түгел, ә ябай Миәкә егете. Композиторлыҡ һәләтен Айнур Ғәзизуллин әрме сафында аса. Ғаиләһен, һөйгән йәрен, тыуған ауылын һағыныуын ул шиғри юлдарға һала башлай. Ҡайтҡас, "Нишләп улай ҡыйын?" йырын билдәле башҡарыусыларға ебәрә, һәм оҙаҡ көттөрмәй уға яуап килә. Һөҙөмтәлә, T1 реперы менән яҙҙырылған йыр 8 ай эсендә Рәсәйҙең 100 иң яҡшы йыры исемлегенә инә.
Йәш артист май айында Мәскәүҙә үткәрелгән Заманса хип-хоп музыкаһы фестиваленә саҡырыла. Лужники сәхнәһендә 30 меңдән ашыу кеше йәш башҡарыусыға ҡушылып йырлай. Тамашасылар йылы ҡабул итер тип көтмәгәйнем, тип бүлешә автор. Айнур туған телендә лә ижад итә. Бер нисә көн элек уның яңы дуэты сыға.
Айнур бала саҡтан төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Йыр яҙҙырыу өсөн тәғәйенләнгән программаларҙы үҙләштерә, бүлмәһенән студия эшләй. Һәр яңы йырының беренсе тыңлаусылары яҡындары. Ғаиләнең баһаһы Айнур өсөн ҙур этәргес көскә эйә.
Әйткәндәй, Айнур район тормошоноң да уртаһында ҡайнап йәшәй. Айнур Ғәзизуллин яңы йырына клип төшөрөргә күҙҙаллай. Киләсәктә ул башҡалаға күсергә һәм үҙен тулыһынса ижадҡа бағышларға хыяллана. Тиҙ арала Мәскәүҙә уның тағы бер сығышы көтөлә.
Читайте нас: